Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала тәфтишселәр антисанитария шарттарында эшләгән мәктәп менән ҡыҙыҡһына

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда, Түбәнге Троицк ауылында, уҡыусылар емерелеп барған бинала белем ала. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, мәктәп уҙған быуаттың уртаһында һалынған — унда бер тапҡыр ҙа тулыһынса ремонт яһалмаған.

Райондың мәғариф бүлегендә әгәр мәктәпте авариялы тип таныһалар, 400 баланы уҡытыу өсөн урын булмаҫын аңлайҙар, сөнки яҡындағы белем усағы ауылдан 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, унда ла уҡыусылар ике сменала уҡый.

Республиканың Тәфтиш комитеты киң мәғлүмәт сараларын тикшерҙе һәм социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙең береһендә ошо мәктәп тураһында хәбәр баҫылғанын асыҡланы. Унда ремонт эштәре башҡарылһа ла, ямғыр яуғанда уҡыу йортоноң ҡыйығынан һыу үтеүе билдәләнә. Балалар вазифалы кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында антисанитария шарттарында белем ала. Хәбәргә фотоһүрәттәр ҙә ҡуйылған.

Төбәк тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ошо осраҡ буйынса тикшереү ойоштороуын хәбәр иттеләр. Тәфтишселәр капиталь ремонт буйынса хеҙмәттәрҙең ни тиклем сифатлы башҡарылыуын, антисанитария шарттарының килеп тыуыуына кемдәрҙең ҡатнашы булыуын асыҡлаясаҡ. Һуңынан тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть