Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала режиссер, йәмәғәт эшмәкәре, элекке мәҙәниәт министры Вил Кәримов донъя ҡуйҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың мәҙәни йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе. Өфөлә Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре, республиканың элекке мәҙәниәт министры Вил Кәримов 83-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хушлашыу иртәгә, 2 ноябрҙә, көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфө районының Михайловка ауылында уҙа.

Вил Сәғит улы Кәримов 1935 йылдың 21 мартында БАССР-ҙың Учалы районы Кәрим-Төпәй ауылында (хәҙер Кәрим) тыуған. Режиссер, Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. ГИТИС-ты (1959), Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1969) тамамлаған. 1959 йылдан — Башҡорт драма театры актеры, 1962-1964 йылдарҙа — режиссер, 1976-1983 йылдарҙа — БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының баш режисеры, 1964-1967 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.

1969-1976 йылдарҙа — Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1990-1992 йылдарҙа — республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы, 1983 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1988-1990 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздарының өлкә советы инструкторы, 1992 йылдан алып «Башкортостан» киностудияһы директоры, 1993-2000 йылдарҙа — режиссеры.

«Сәскә ат, Башҡортостан!» документаль фильмы (1969), «Һауынсы портреты» (1977), «Йомарт ер» (1979), «Тамырҙар» (1992), «Ғәскәров», «Төньяҡ амурҙары», «Ҡурай» һәм башҡа фильмдар, 20-нән ашыу тематик концерт тамашаһы, шул иҫәптән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты (Мәскәү, 1985) сценарийҙары авторы һәм режиссеры. БАССР Юғары советының 8-9 саҡырылыш депутаты.

Вил Кәримов — ижади династия вәкиле: диктор Рәсимә Кәримованың ағаһы, Башҡорт драма театры һәм Йәштәр театры актрисаһы Роза Кәримованың тормош иптәше, режиссер һәм алып барыусы Булат Кәримовтың атаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть