Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙәр 91,5 проценттан артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса капиталь ремонт өсөн түләүҙәр йыйыу 91,5 проценттан уҙған. Шул уҡ ваҡытта, сентябрҙә был күрһәткес 95 процентҡа етте.

2016 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында был күрһәткес 86,9 процентҡа тиң ине.

Төбәк операторы, күп фатирлы йорт вәкилдәре һәм муниципалитеттарҙың уртаҡ эше һөҙөмтәһендә ошондай уңышҡа өлгәшеп булды. Белгестәр фекеренсә, түләүҙәрҙе йыйыу буйынса юғары күрһәткес кешеләр яғынан капиталь ремонт программаһына ышаныстың артыуын дәлилләй. Улар Фонд эшенең һөҙөмтәләрен һәм башҡарылған эштәрҙең сифатының артыуын күрә алды.

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылдан – Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау республика программаһын тормошҡа ашыра башлауҙан алып бер-ике эш төрө буйынса дүрт меңләп йорт төҙөкләндерелгән. Был программаға ингән бөтә йорттарҙың яҡынса дүртенсе өлөшө.

Әлеге ваҡытта 2017 йылға ремонтлау күҙалланған 1202 күп фатирлы йорттан 756-һында эштәр тамамланған. Йыл аҙағына дөйөм алғанда 165 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть