Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ноябрь айында Башҡортостанда аномаль яуым-төшөм көтөлә – Рәсәй гидрометеорология үҙәге

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәй гидрометеорология үҙәге ноябргә һауа торошо фаразын баҫып сығарҙы. Көҙҙөң һуңғы айы республикала ғәҙәттәгегә ҡарағанда йылыраҡ булмаҡсы. Әммә төбәккә аномалиялар килә.

«Ноябрҙә Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, — тип аңлаттылар Рәсәй гидрометеорология үҙәгендә. — Айлыҡ яуым-төшөм күләме – күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән күберәк».

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, 7-10 ноябрҙә республикала ҡар ята. Был аҙнала Башҡортостанда һауа температураһы түбәнәйә.

Төбәгебеҙҙең һуңғы 30 йылда ниндәй рекордтар ҡуйғанлығы тураһында тулыраҡ «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть