Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ҡыҙы «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» конкурсында тамашасылар һөйөүе призын алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандан 17 йәшлек Динара Әхмәтханова «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» милләт-ара гүзәллек конкурсында «Тамашасылар һөйөүе» өсөн интернет аша тауыш биреүҙә еңеү яуланы. Өфө ҡыҙы «Фото һылыуҡайы» номинацияһына ла лайыҡ булды. Социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдә Динараның «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығындағы кураторҙары уны уңышлы сығыш яһауы менән ҡотланы.

«Беҙ Динараны тәүге ҙур уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм уны яңы халыҡ-ара сәхнәләрҙә көтәбеҙ!» — тиелә хәбәрҙә.

«Азия-Себер һылыуҡайы-2017» конкурсы Красноярскиҙа үтте. Унда Яҡутстан, Тыва, Башҡортостан, Хакасия, Ҡырғыҙстан, Шория, Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстандан иң сибәр ҡыҙҙар ҡатнашты. Һылыуҙар ғаилә йолалары темаһына визитка, ижади этап, бейеү, киске күлдәктәрҙә матур атлап йөрөү буйынса һынау тотто. Шулай уҡ ҡыҙҙар өсөн Красноярск һәм Енисей йылғаһы буйлап сәйәхәт  ойошторолдо.

Конкурста Яҡутстан вәкиле еңеү яуланы.

Башҡортостан вәкилдәре «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» конкурсында 2011 йылдан алып ҡатнаша. Һылыуҡай тажын 2014 йылда — Айгөл Сафина, 2015 йылда иһә Гөлназ Шәмсетдинова кейҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть