Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертау ҡалаһында Боҙ аренаһын төҙөү графиктан алда бара

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев төҙөлөп ятҡан «Боҙ аренаһы» объектында эштәр барышын тикшерҙе. Эштәр графиктан алда бара, һырғалаҡ өсөн бетон ҡойоу тамамланған, инженер коммуникациялары үткәрелгән. Төҙөүселәр биналарҙы – кабинеттарҙы, кейенеү, тренерҙар бүлмәләрен эске биҙәкләү этабына күскән, тип хәбәр итә муниципалитеттың матбуғат хеҙмәте.

«Аҡсаға ҡытлыҡ бар, ләкин республика хөкүмәте, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов мәсьәләне контролдә тота», — тип билдәләне Борис Беляев. Ҡала башлығы төҙөүселәргә Күмертау ҡалаһы брендының төҫтәр гаммаһын файҙаланырға тәҡдим итте һәм буласаҡ боҙ һарайының фирма стилен әҙерләргә ҡушты.

Әйткәндәй, Күмертау ҡалаһында Боҙ аренаһын төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» республика программаһы сиктәрендә алып барыла. Объекттарҙың тулы исемлеген бында ҡарарға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть