Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Йатаған» башҡорт этно-төркөмө етәксеһе менән осрашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. «Йатаған» башҡорт этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакиров уға музыкаль коллективты үҫтереү өсөн ярҙам күрһәтеү мөрәжәғәтен еткерҙе.

«Йатаған» төркөмөн республика халыҡтарының этник музыкаһын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында 2014 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар ойошторған. Коллектив үҙенең композицияларын заманса аранжировкалар менән бергә эксклюзив башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында, шул иҫәптән ятағанда, ҡыл-ҡумыҙҙа, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала, бишҡылда, донъялағы башҡа халыҡтарҙың инструменттарында башҡара.

«Йатаған» төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә республика исеменән сығыш яһай. Быйыл коллектив «Себер донъяһы» халыҡ-ара этник музыка һәм һөнәрҙәр фестивалендә «Инструменталь ансамбль» номинацияһында лауреат исемен алды. Яңыраҡ ҡына төркөмдөң рәсми альбомы сыҡты, уны интернет-платформалар ярҙамында ла таратыу күҙаллана.

Илдар Шакиров коллективтың боронғо төрки уйын ҡоралы – ятаған – хөрмәтенә аталғанын һөйләне. Ул көснәгә (гусли) һәм япондарҙың котоһына оҡшаш. «Йатаған» ансамблендә ул сай көйөнсә яңғырай. Республика башлығы инструменттың төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһынды һәм унда уйнап ҡараны.

– Мин һеҙҙе тәүге тапҡыр ике йыл элек күргәйнем, һеҙҙе күҙәтеп барам, концерттарҙа тыңлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яңғырашығыҙ бик оҡшай.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халыҡтарының милли музыкаһын үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне һәм республика Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитовҡа музыкаль төркөмгә ярҙам күрһәтеү варианттарын әҙерләргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть