Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ниндәй төҙөүселәрҙең өлөшсөләр алдында үҙҙәренең бурыстарын үтәмәүе билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостан Республикаһында ниндәй төҙөүселәрҙең өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдында үҙҙәренең бурыстарын үтәмәүе билдәле булды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, улар Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының да контроленә алынған.

Исемлек түбәндәгесә: «Меркурий», «Луч» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «СК Трест № 21» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Крона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «БашИнвестДом» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Новый дом», «Цветы Башкортостана» торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары, «Единая торгово-закупочная компания», «Артемида», «Регион-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Дом по ул. Гафури 10-12» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы, «СтройПроектЦентр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башстрой», «Служба заказчика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, республикала 3,5 мең алданған өлөшсө иҫәпләнә, 29 урында төрлө сәбәптәр буйынса 54 йорт төҙөлөп бөтмәгән. Төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығынан зыян күргәндәрҙең һаны артыр тип көтөлә.

Ни өсөн йорттар оҙаҡ төҙөлә, властар был проблеманы бюджет аҡсаһы иҫәбенә хәл итергә теләмәй һәм яңы закон кемде яҡлар — ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть