Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала 300 килограмм ауырлыҡтағы яңы йыл шыршыһы ҡуйыласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Ленин майҙанында металл конструкцияларынан 300 килограмм ауырлыҡтағы «Магнолия» һәм 200 килограмм ауырлыҡтағы «Йондоҙ» яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ. Ҡала хакимиәте Өфөнөң төп майҙанын яңы йылға биҙәүгә заказды дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырған.

Башҡортостандың баш ҡалаһында боҙ һарайҙарын һәм скульптураларын эшләү өсөн 724 квадрат метр боҙ талап ителәсәк. Оҫталар дүрт ҡырлы итеп яһалған ағастан йәки металдан каркастарын ҡуя, уларҙы фанера менән көпләй, панорамалы стена һәм лабиринт һала. Байрам мәшәҡәттәренә ҡала хакимиәте 6,95 миллион һум аҡса һалған. Был килешеүҙең башланғыс хаҡы. Башҡарыусы 20 ноябрҙә билдәләнә, ә 25 декабргә ҡала яңы йыл кейемендә торорға тейеш.

«Конгресс-холл» эргә-тирәһен яңы йылса биҙәүҙе хакимиәт 6 миллион 745 мең һумға баһалаған. Бында боҙ ҡаласығынан тыш фейерверктар өсөн майҙансыҡтар урынлаштырыу эштәре күҙалланған. Тимәк, яңы йыл төнөндә өфөләр фейерверк ҡарай аласаҡ.

Теги: яңы йыл
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть