Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә йәш тау саңғысыларына булышлыҡ итергә йөкләмә бирҙе

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеү барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд спорт мәктәбендә эшләүсе тау саңғыһы спорты буйынса тренер-уҡытыусы, Өфөнән Сергей Тищенко менән йәш спортсыларҙы ярыштарға әҙерләүҙе финанслау мөмкинлеген тикшерҙе.

Республика Башлығының йөкләмәһе буйынса, уҡытыусы үҙаллы эшләгән «Башҡортостандың йәш таланттары» программаһы сиктәрендә перспективалы йәш спортсылар һәм уҡытыусылар составын әҙерләүҙе ойошторған. Шул рәүешле, тау саңғысыларының күбеһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә лә инде һәм юғары спорт потенциалына эйә.

— Ярыштарҙа Мәскәү тренерҙары йәштәребеҙгә иғтибар итә, ата-әсәләр менән һөйләшеп, спортсыларҙы үҙҙәренең ҡул аҫтына алырға тырыша, – тип һөйләне Сергей Тищенко һәм республика яғынан тейешле иғтибар булмағанда перспективалы спортсыларҙың Башҡортостандан китәсәген билдәләне.

Төбәк Башлығы фекеренсә, тау саңғыһы йүнәлеше – спортты, туризмды һәм әүҙем ялды үҫтереү йәһәтенән төбәк өсөн иң мөһимдәренең береһе. Башҡортостандың тәбиғәт-климат шарттарын иҫәпкә алыу менән тармаҡ үҫеше ҙур һәм системалы булырға тейеш. Һүҙ спортсылар әҙерләү тураһында ғына түгел, ә халыҡ-ара кимәлдәге комплекстар һәм күнекмә майҙансыҡтары, заманса инфраструктура төҙөү хаҡында бара.

— Беҙгә хәҙер уңышлы йәштәр төркөмөн, буласаҡ чемпиондарыбыҙҙы әҙерлекһеҙ ҡалдырмау, шул иҫәптән күнекмә базаларына сығыуҙан мәхрүм итмәү өсөн киләһе йәйге ресурстар табыу мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә кәрәкле ярҙам бүлеү мөмкинлеген ҡарарға йөкләмә бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть