Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия проектын хупланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеүе барышында Өфөнән «3DStudio» компанияһын етәкләүсе Станислав Семёнов «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Уның һүҙҙәренсә, үҙенсәлекле яңы интернет-портал теләгән һәр кемгә алыҫтан республикала, уның төрлө урындарында булырға, тәбиғәттең хозурлығын баһаларға, иҫтәлекле урындарҙы, шифаханаларҙы, ҡунаҡханаларҙы, башҡа объекттарҙы күрергә һәм өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Был проект халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, конгрестарҙа, инвесторҙар менән һөйләүшеүҙә төбәктең яҡшы таныштырыу сараһына әйләнәсәк. Бынан тыш, Станислав Семёнов фекеренсә, ул Рәсәйҙә, республикала йәшәүселәр, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тарафынан ихтыяжлы буласаҡ.

Компания бындай виртуаль турҙар әҙерләү тәжрибәһенә эйә. Уның заказ биреүселәре иҫәбендә – Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре шифаханалары, тау саңғыһы комплекстары, муниципаль берәмектәр. «Башҡортостан буйлап виртуаль экскурсия» проектын республиканың 100 йыллығына тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Төбәк Башлығы туризмды үҫтереү өсөн проекттың өҫтөнлөгөн билдәләне, уны мультителле итеп эшләргә, унда төрлө төркөм, мәҫәлән Ҡытай Халыҡ Республикаһы туристарына ҡыҙыҡлы булырҙай маршруттар ҡарарға тәҡдим итте.

— Һәйбәт, ҡыҙыҡлы идея, мин уны хуплайым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, уны нисек тормошҡа ашырыу яғын, беҙҙән нимә талап ителгәнен ҡарайыҡ.

Республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса комплекслы план әҙерләргә ҡушты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть