Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә декабрҙә «Беҙ бергә» фестивале үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

5 декабрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Беҙ бергә» фестивале үтә. Сара тәүгә «Уңайлы мөхит» дәүләт программаһы сиктәрендә һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.

Фестивалдә вокал, хореография, нәфис һүҙ кеүек жанр йүнәлештәрендә эшләүсе коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша. Унда Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто коллективтары, Башҡортостандан сәләмәтлек хәленә ҡарамаҫтан ижади яҡтан һәләтле кешеләр, айырым үҙешмәкәр башҡарыусылар һәм профессиональ артистар ҡатнаша ала.

Ғаризалар 15 ноябргә тиклем ҡабул ителә, тулыраҡ мәғлүмәт 272-86-61 телефон һандары буйынса.

Теги: фестиваль
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть