Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов һөт кухнялары эшен тергеҙергә ҡушты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул итеүе барышында Өфөлә йәшәүсе Кристина Семёнова балаларҙы бушлай һөт аҙыҡтары менән ваҡытында тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү үтенесен белдерҙе.

Йәш әсә рецепт буйынса алырға тейеш балалар ҡатышмаларының һәм бутҡаларҙың йыш ҡына булмауын, ә биргәндәренең балаға тап килмәүен һөйләне.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бушлай балалар аҙығын, шул иҫәптән һөт кухняларын ойоштороу мәсәьәләһен күп тапҡыр күтәргән Башҡортостан Башлығы был эште, тәү сиратта, муниципаль кимәлдә, әүҙемләштереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Балалар аҙығы темаһы – ысынлап-та киҫкен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уны республика кимәлендә асыҡларға тура килә, ә бының менән ҡала шөғөлләнергә тейеш. Әммә муниципалитеттар бер нимә лә эшләмәй тиерлек. Ә һөт кухняларын булдырырға кәрәк. Элек улар бик яҡшы эшләне. Беҙ был темаға тағы ҡайтырбыҙ әле, йәш әсәләрҙе бушлай балалар аҙығы менән тәьмин итеү өсөн ресурстар табырға, ҡала структураларының эшен әүҙемләштерергә тырышырбыҙ. Мохтаждар уны алырға тейеш.

Республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә был һорауҙы хәл итеү варианттарын тикшерергә йөкләмә бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть