Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башгидрометүҙәктә республикаға минуслы температураның ҡасан ҡайтыуын һөйләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Икенсе көн рәттән һауа торошо Башҡортостан халҡын үҙенең йылылығы менән ҡыуандыра. Башгидрометүҙәк белгестәре аңлатыуынса, октябрь аҙағында республикала «йылы атлантик һауа массаһы» күҙәтелә.

«Ыңғай һауа температураһы һәм ямғырҙар ҡар ҡатламының иреүенә килтерҙе. Ул 28 октябргә ҡарата бөтә республика буйлап тиерлек ята ине. 31 октябргә 3-6 сантиметр бейеклектә ҡар ҡатламы көнсығыш буйынса – таулы һәм ҡалҡыу урындарҙа һаҡлана», — тип һөйләнеләр республиканың Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында.

Әммә шаршамбы, 1 ноябрҙә, төбәккә һыуыҡ фронт әйләнеп ҡайта. Һауа температураһы төндә -1,+4-тән -2,-7, аяҙытҡанда -12 градусҡаса түбәнәйәсәк, көндөҙ 0,+5-тән -2,+3 градус.

«Ямғырҙар епшек ҡар менән алмашына, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары була. Йәнә ҡар ҡатламлы райондарҙың һаны арта», — тип аңлатты синоптиктар.

Метеорологтарҙың фараздары буйынса, 7-10 ноябрҙә Башҡортостанда ҡар ята.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть