Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.60 ↑

EUR 73.94 ↓

20 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ир менән ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалған – видео

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда ир менән ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалған. Фажиғә 24 октябрҙә иртән Стәрлетамаҡта «Фабри сауҙа үҙәге» һәм «Көнкүреш йорто» туҡталыштары араһында тимер юлда теркәлгән, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ телевидениеһы.

«Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ҡатын ошо участканы сығып еткән була. Ирҙең эпилепсия өйәнәге башланғас, ҡатын уны тимер юлы аша алып сығырға тырыша. Ошо мәлдә улар йөк поезы аҫтында ҡала», — тип хәбәр итә Стәрлетамаҡта транспорт прокуроры урынбаҫары Илья Шәрәфетдинов.

Машинист быға юл ҡуймаҫ өсөн поезды туҡтатырға тырышһа ла, фажиғәне кисектереп булмай. Ир менән ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.

Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть