Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала нефть-газ ҡорамалдары сығарыу заводы төҙөйҙәр һәм арҡандар етештереүҙе яйға һалалар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлеге ике яңы объект менән тулыланды. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 1,5 миллиард һум тәшкил итә. 168 эш урыны булдырыу ҡаралған.

Республика Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе проект Күмертау ҡалаһында «Воротыновский» индустриаль паркы биләмәһендә газ һәм нефть табыу буйынса инновацион нефть-газ ҡорамалдарын сығарыу заводы төҙөлөшөн күҙ уңында тота. Өҫтөнлөклө инвестиция проектының инициаторы — «Золотые времена Нефтегаза» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Ошо проектты тормошҡа ашырыу республиканы социаль-иҡтисади үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙ, атап әйткәндә, Күмертауҙа 100 яңы эш урыны булдырыу, сит ил инвестицияларын йәлеп итеү, бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджеттан тыш фондтарға һалым керемдәрен арттырыу, шулай уҡ төбәкте нефть-газ тармағында үҫтереү хаҡында бара.

Икенсе инвестиция проекты арҡандар етештереүҙе ойоштороуға ҡағыла. Уны «Мечел» төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинаты майҙансығында бойомға ашырыу күҙаллана.

Ошо продукция бөгөн импорт һәм үҙебеҙҙең ҡорамалда ҡулланылған сит ил канаттарын алмаштырасаҡ.

Әлеге мәлдә Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә дөйөм хаҡы 204 миллиард һумдан ашыуыраҡ 38 проект бар. Уларҙы уңышлы тормошҡа ашырған осраҡта төбәктә 11,7 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть