Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яҙыусы Марат Әминевтың «Фатиха» исемле юмористик китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Китап» нәшриәтендә Марат Әминевтың «Фатиха» тигән китабы донъя күрҙе. Унда яҙыусының һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм юморескалары тупланған. Авторҙың 50 йәше уңайынан баҫылған йыйынтыҡ уҡыусыны көлөргә лә, уйланырға ла мәжбүр итә.

«Ысын күңелдән көлөү — үҙе бер бәхет. Бөтә нәмәгә йылмайып ҡарай белеү тормошобоҙға ыңғай хис-тойғолар өҫтәй. Халҡыбыҙҙа элек-электән кешенең күңел торошона ҙур иғтибар бүленгән. Һәр ерҙә, ауылда мәҙәксе булған. Шуға күрә Хужа Насретдин, Ерәнсә сәсән халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған да инде», — тип яҙа китаптың инеш һүҙендә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.

Яҙыусының ижадын өйрәнеүселәр уның көнүҙәк социаль проблемаларҙы сағылдыра, мөһим фекерҙәрҙе аныҡ белдерә белеү оҫталығын билдәләй. Авторҙың коллегаһы Мөнир Ҡунафин Марат Әминевты йәмғиәттең сирле шештәрен оҫта ҡырҡып алған хирург менән сағыштыра. Быға тиклем авторҙың «Хикмәтле төш», «Ожмах утрауы» китаптары донъя күргәйне.

Яңы китаптың тиражы — 1000 дана, уны «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть