Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Владимир Путин кесе эшҡыуарлыҡ өсөн льготаларҙы һаҡларға ҡушты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ил президенты Владимир Путин премьер-министр Дмитрий Медведевҡа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслауҙы һаҡлау мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Был хаҡта, дәүләт башлығының резолюцияһына һылтанып, «Известия» гәзите хәбәр итә.

2017 йылда бюджеттың килеме түбәнәйеүе арҡаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты финанслау 7,5 миллиард һумға тиклем кәметелгәйне. Бизнес быны алдағы йылдарға бер кимәлдә теркәргә кәрәк булған күрһәткес тип иҫәпләй, шуға ҡарамаҫтан бюджетта алдағы өс йылға 5 миллиард раҫланған.

Сентябрь аҙағында «Рәсәй терәге» бизнес-берләшмәһе президентҡа дәүләт сығымдарын шул рәүешле теркәү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйне. Министрҙар Кабинеты аппаратында раҫлауҙарынса, президенттың тейешле бойороғо өйрәнелә, сөнки «был — әлеге мәлдә хөкүмәт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть