Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалабыҙҙа ваҡытлыса ҡар ятты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 23 октябрҙән 24-нә ҡарай төндә ваҡытлыса ҡар ятты. Автоһәүәҫкәрҙәрҙең иртәһе машинаны йылытыуҙан һәм уны ҡарҙан таҙартыуҙан башланды. Коммуналь хеҙмәттәр юлдарҙағы боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар күрә башланы. Төндә юлдарҙың ҡатмарлы участкаларына ҡом һибелде. Бөгөн водителдәргә шәхси автомобилдәрендә юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыралар.

Алдан хәбәр ителгәнсә, республика биләмәһендә һауа торошон һалҡын арктик һауа массаһы билдәләйәсәк, шуға күрә һауа температураһы артабан да түбәнәйәсәк: төндә 0, -5 градустан -3,-8-гә тиклем, аяҙытҡанда -13. Көндөҙ иһә -2, +3 градус. Төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Аҙна башында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

Метеорологтар фаразына ярашлы, 4-8 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть