Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә емерелеп барған туғыҙ ҡатлы йортта йәшәүселәр яңы торлаҡлы булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Глумилин урамы, 2 адресы буйынса туғыҙ ҡатлы яңы йорт хужаларын ҡабул итергә әҙер. Өфө шоссеһы урамындағы 4-се туғыҙ ҡатлы йорттоң авария хәлендәге подъездарында йәшәүселәр яңы фатирҙарға күсә, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтендә.

2015 йылдың аҙағында Өфө шоссеһы, 4 адресы буйынса күп фатирлы йорттоң 1-се һәм 2-се подъезы авария хәлендә тип танылды. Ошонда йәшәүселәргә ваҡытлыса торлаҡ – ҡаланың төрлө райондарында уңайлыҡтары булған айырым фатирҙар бирелде. Хәҙер өфөләрҙең даими йорттары буласаҡ.

Яңы йорт граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 4500 квадрат метр тәшкил итә, туғыҙ ҡатлы йортта 72 фатир.

Глумилино биҫтәһе – Өфө ярымутрауы сиктәрендә әлегә тиклем төҙөлөп бөтөлмәгән иң ҙур майҙансыҡ. Хәҙер уның биләмәһендә әүҙем төҙөлөш эштәре бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть