Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең артыуы теркәлә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең артыуы билдәләнә, грипп теркәлмәгән. Ауырыу кимәле эпидемик сиктән түбәнерәк һаҡлана, тип хәбәр итә Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы.

Республикала прививка яһау кампанияһы дауам итә. 20 октябргә киҙеүгә ҡаршы 1 149 310 кешегә, йәғни республиика халҡының 28,2 процентына прививка ҡуйылған. Былтыр ошо көнгә халыҡтың 26,2 процентына прививка эшләнгәйне. Ведомствола аңлатыуҙарынса, федераль ҡаҙна иҫәбенә – 825 755 өлкән кешегә һәм  280 144 балаға, эш биреүселәр иҫәбенә һәм граждандарҙың үҙ аҡсаларына 43 411 кешегә прививка яһалған.

Киҙеүгә ҡаршы булған вакциналар был эпидемиологик миҙгелдә актуаль вирус штамдарынан һаҡлай. Төбәктә бөтәһе өс грипп төрө көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть