Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 45 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Уҙған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә Башҡортостан халҡы 44,8 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек алған, уларҙан Өфөлә – 24,4 миллион һумға, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын һәм сәнәғәтен үҫтереү бүлеге.

Баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре 13 майҙансыҡта үтте, унда 46 муниципаль район ҡатнашты. Бөтәһе 16 тоннанан ашыу бал, 347 тоннанан күберәк йәшелсә һәм 438 тонна картуф һатылған.

Ял көндәрендә йәрминкәләр шулай уҡ республиканың ете ҡалаһында һәм алты районында уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть