Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Альпинизм буйынса республика чемпиондары билдәле булды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ишембай районында Йөрәктауҙа альпинизм буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.

Ярыштарҙы ойоштороусылар – Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы – хәбәр итеүенсә, сарала Салауат, Ишембай һәм Өфө спортсылары ҡатнашты.

Тау туристары, ҡаяға менеүселәр, мәмерйә белгестәре, таусылар төрлө ауырлыҡ кимәлендәге ете трассаны үтте. Бөтә командалар ҙа бер ниндәй хәүеф-хәтәрһеҙ профессиональ рәүештә сығыш яһаны. Өфөнән Лия Хәкимова, Кристина Никонова һәм Динислам Шәрәфетдинов, Ишембайҙан Айрат Мусин альпинизм буйынса Башҡортостан чемпиондары булды.

Теги: альпинизм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть