Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһына 26 мең киң маңлай балығы селбәрәһе ебәрелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһына республиканың Экология министрлығы Һарытау балыҡсылыҡ хужалығынан һатып алған 26 мең киң маңлай (толстолобик) балығы селбәрәһе ебәрелде. Кушнаренко районындағы сара ағымдағы йылда һыу объекттарын балыҡтар менән яһалма байытыу программаһында һуңғыһы булды. Алдан селбәрәләрҙе Бөрө, Благовещен янында, Краснокама районында ебәрҙеләр. Һыу объекттары бөтәһе 100 меңдән ашыу уҡбалыҡ, һаҙан һәм киң маңлай селбәрәһе менән байытылды.

«Селбәрәләрҙе һыуға ебәреү урындарын алмаштырырға кәрәк, сөнки бында бәләкәй балыҡтарҙы ашаусы йыртҡыс балыҡтар йөрөй башлай. Был партия киң маңлайҙарҙың иҫән ҡалыу мөмкинлеге – 30 процент», — тип һөйләне «Балыҡсылыҡ һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау буйынса баш бассейн идаралығы» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Кама-Урал филиалы әйҙәүсе инженер-экологы Азат Закиров.

2018 йылда Дим, Йүрүҙән, Әй йылғаларына балыҡ ебәреү күҙаллана. Был сәнәғәттең һыу биоресурстарына килтергән зыянын ҡаплау өсөн эшләнелә, тип аңлаттылар ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть