Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамы еңеүселәре иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Ашҡаҙар таңдары» республика башҡорт фольклор байрамына йомғаҡ яһалды. Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан «Суҡ муйыл» башҡорт фольклор ансамбле (етәкселәре Гөлсәсәк Фәхрисламова һәм Дилә Мусина) Гран-при яуланы. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҙур фольклор сараһында Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән 46 коллектив ҡатнашты. Байрамды ябыу тантанаһында милли костюмдар тегеү өсөн аҡсалата сертификаттар тапшырылды.

Ике көн дауамында конкурсанттар «Башҡорт фольклор коллективы» һәм «Һирәк һәм үҙенсәлекле жанрҙарҙы башҡарыусылар» номинацияларында призлы урындар өсөн ярышты, фольклор коллективтар етәкселәре өсөн семинарҙа ҡатнаштылар. Конкурсанттарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Совет ағзаһы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова рәйеслегендәге жюри баһаланы.

Сара сиктәрендә Өфө ҡалаһының «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы оҫталары һәм «Суҡ муйыл» фольклор ансамблендә ҡатнашыусылар башҡорт түшелдеректәрен (селтәр, яға, хәситә, муйынса, һаҡал, иҙеү) һәм баш кейемдәрен (маңлайса, ҡашмау) эшләү буйынса бушлай оҫталыҡ дәрестәрен ойошторҙо.

«Ашҡаҙар таңдары» халыҡ байрамы башҡорт фольклорын һаҡлап ҡалыу, үҫтереү һәм пропагандалау, иң яҡшы төп, этнографик башҡорт фольклор коллективтарын һәм башҡарыусыларын асыҡлау, фольклор коллективтарының һәм башҡарыусыларҙың башҡарыу кимәлен һәм сәхнә мәҙәниәтен күтәреү, үҫеп килгән быуынды башҡорт милли хореография, музыкаль һәм ауыҙ-тел ижады нигеҙҙәренә өйрәтеү, профессиональ сәнғәтте һәм халыҡ үҙешмәкәрҙәре ижадын үҙ-ара байытыу маҡсатында уҙғарыла.

Байрамды ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть