Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһы йыл аҙағынаса эшләй башлаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Урал аръяғында яңы ҡояш электр станцияһын йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Ейәнсура районында Иҫәнғол ҡояш электр станцияһының ҡеүәте 9 МВт тәшкил итәсәк.

Объекттың инвесторы – «Хевел» компаниялар төркөмө структуралары («Ренова» компаниялар төркөмө һәм «РОСНАНО» акционерҙар йәмғиәтенең уртаҡ предприятиеһы). Проект 30 гектар майҙанда тормошҡа ашырыла. Иҫәнғол ҡояш электр станцияһына инвестициялар күләме – 1 миллиард һумдан ашыу. Объектты 2017 йылдың апрелендә төҙөй башланылар. Әлеге ваҡытта электр станцияһында көйләү эштәре бара.

Был республикала төбәктең көньяғында ҡояш электр станциялары селтәрен төҙөү буйынса проект сиктәрендә «Хевел» компанияһы республикала төҙөгән өсөнсө ҡояш электр станцияһы. Республикала Хәйбулла районының Бүребай ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 10 МВт ҡеүәтле ике сират һәм Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ҡояш электр станцияһында һәр ҡайһыһы 5 МВт ҡеүәтле өс сират эшләй. Төбәктә проектты тормошҡа ашырып бөткәндән һуң бөтә ҡояш электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 64 МВт тәшкил итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эш сәфәрҙәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүребай һәм Бөгөлсән ҡояш электр станцияларында булды, төбәк энергетикаһы өсөн проекттың әһәмиәтен билдәләне.

— Республикабыҙҙы «ҡояшлы Башҡортостан» тип йөрөтәләр. Йылына 300 көн Башҡортостандың Урал аръяғында ҡояш бөтә көсөнә яҡтырта. Был энергияны файҙаланырға кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған Рәсәй энергетика форумында. – Бөгөн унда әлегә ҙур булмаһа ла, әммә мөһим ҡояш энергетикаһы объекттары төҙөлә. 2020 йылда 100 МВТ-ҡа яҡын ҡояш энергияһы ҡеүәтенә эйә булабыҙ. Эйе, был билдәләнгән дөйөм республика энергетика системаһы ҡеүәтенең ни бары ике проценты ғына, әммә алға табан яҡшы аҙымдар. Тимәк, ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть