Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан рапирасыһы фехтование буйынса донъя кубогында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостан фехтование мәктәбенең 26 йәшлек тәрбиәләнеүсеһе Тимур Арыҫланов Рәсәй йыйылмаһы составында Мысырҙа үткән донъя кубогы этабында көмөш миҙал яуланы. Уның менән бергә ярышта республикабыҙҙан тағы бер спортсы Асҡар Хәмзин ҡатнашты.

Рәсәй рапирасылары АҠШ командаһынан 45:26 иҫәбе менән еңелде.

«Шәхси турнирҙа спортсыларыбыҙ бик уңышлы сығыш яһаманы. Тәүҙә Асҡар Хәмзин француз Максим Потиҙан – 15:8, ә Тимур Арыҫланов ватандашы Дмитрий Жеребченконан 15:13 иҫәбе менән еңелде», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Тимур Арыҫланов ошо көмөш миҙалдан тыш, Рәсәй ярыштарында «көмөш» һәм «алтын» миҙалдарға эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть