Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә III «Бәпембә» республика балалар шиғриәте фестивале лауреттарын бүләкләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

24 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында III «Бәпембә» республика балалар шиғриәте фестиваленә йомғаҡ яһайҙар. Йыл буйына балалар Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста ҡатнашты.

Йомғаҡлау сараһында «Алтын бишек», «Изгелек», «Хыял» номинацияларында еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. Гран-при эйәһе электрон китап менән бүләкләнәсәк, тип хәбәр итте «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева.

Алты йәштән 16 йәшкәсә балалар үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыясаҡ. Быйылғы конкурстың төп яңылығы шунда: унда тәүге тапҡыр мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашты. Улар башҡорт шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолованың шиғырҙарын әҙерләгән.

Фестивалдә танылған яҙыусыларҙың, журналистарҙың, «Дарман» бейеү ансамбленең, «Арғымаҡ» этно-төркөмөнөң ҡатнашыуы көтөлә. Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, аниматор менән уйындар ойоштороу ҡаралған.

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Сараны ойоштороусылар — Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, «Аҡбуҙат» журналы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть