Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика биләмәһенә Арктика һалҡындарының үтеп инеүе көсәйә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан биләмәһенә Арктика һалҡынының үтеп инеүе көсәйә. Автомобиль хужаларын йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға саҡыралар, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Температураның ҡапыл түбәнәйеүе республикала көндәрҙең һалҡынайыуына килтерҙе, ә уҙған ял көндәрендә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар яуҙы, юлдарҙа боҙлауыҡ хасил булды. Төбәктең көньяғында ла яуым-төшөм көтөлә. Ошо аҙнаның башында һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.

«Республика биләмәһендә һауа торошон һалҡын арктик һауа массаһы билдәләйәсәк, шуға күрә һауа температураһы артабан да түбәнәйәсәк: төндә 0, -5 градустан -3,-8-гә тиклем, аяҙытҡанда -13. Көндөҙ иһә -2, +3 градус. Төбәктә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуыуы, ваҡытлыса ҡар ятыуы, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә», — тине Башгидрометүҙәктең метеофараздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова.

Алдан хәбәр ителгәнсә, метеорологтар фаразына ярашлы, 4-8 ноябрҙә республикала ҡар ятыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть