Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы күләмле профилактик операциялар хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Мәктәп каникулдары алдынан Башҡортостан биләмәһендә 23 октябрҙә «Иғтибар – балалар!» операцияһы башланды. Иҫкәртеү саралары 10 ноябргәсә дауам итәсәк.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сара барышында балаларҙың  юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү һәм киҫәтеү маҡсаты менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса лекциялар, әңгәмәләр, дәрестәр, шулай уҡ конкурстар, викториналар һәм акциялар уҙғарасаҡ.

«Балалар тураһында ҡайғыртыу, юлдарҙа уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – ЮХХДИ өсөн генә түгел, республиканың һәр кешеһе өсөн тәү сираттағы бурыс», — тип билдәләнеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть