Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Торлаҡ төҙөлөшө фондына яңы етәксе эҙләйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты «Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһына конкурс иғлан итте. Ғаризалар 30 октябрҙән 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ике этаплы конкурс 8 декабргә билдәләнгән.

Предприятиеға 2015 йылдан алып етәкселек иткән Владислав Туманин октябрь башында вазифаһынан бушатылды. Етәксе вазифаһын башҡарыусы итеп баш инженер урынбаҫары булып эшләгән Роберт Шәйбәков тәғәйенләнде.

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды — республикала торлаҡ төҙөлөшө баҙарының 15 процентын биләгән ҙур дәүләт төҙөүсеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть