Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә йәш Өфө рәссамының шәхси күргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мәскәүҙең Милләттәр йортонда йәш Өфө рәссамы Вера Фролованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Ул Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булышлығында ойошторолған һәм ике аҙна дауамында барасаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.

Вера Фролова Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетын тамамлаған, 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, ҡала, республика, төбәк-ара һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә тиҫтәләгән шәхси күргәҙмә уҙғарған. «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» (Псков) дөйөм Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған республика һынлы сәнғәт конкурсы лауреаты, 2013 һәм 2014 йылдар өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

Рәссам Башҡортостандың хәҙерге йәш һынлы сәнғәт лидерҙары иҫәбенә инә. Уның стиле – ысынбарлыҡ, рус мәктәбе традициялары, кешенең рухи донъяһын күрһәтеү. Уның портреттарында, жанр һүрәттәрендә гуманистик әсәлек, быуаттар күсәгилешлеге, башҡорт халҡының тарихы һәм уның милли йолаларының матурлығы кеүек темалар күтәрелә. Вера Фролованың эштәре Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге музейҙа, Грозный ҡалаһында А.Ҡадиров исемендәге музейҙа, Башҡортостан ҡалалары галереяларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть