Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан ҡыҙы «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» тажы өсөн көрәшә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандан 17 йәшлек Динара Әхмәтханова «Азия-Себер һылыуҡайы-2017» милләт-ара матурлыҡ конкурсы тажы өсөн көс һынаша. Красноярскиға Яҡутстан, Тыва, Башҡортостан, Хакасия, Ҡырғыҙстан, Шория, Азербайжан, Тажикстан, Үзбәкстандан иң сибәр ҡыҙҙар йыйылды.

Динара Әхмәтханова — «Башҡортостан һылыуҡайы» агентлығы моделе. Быйыл яҙ «Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсында ул «Башҡортостандың йәш һылыуҡайы-2017» исемен яуланы.

Красноярскиҙағы конкурс 28 октябргә тиклем дауам итә. Унда ҡыҙҙарҙы «Халыҡтың ғаилә традицияһы» темаһына визитка, ижади конкурс, милли йолаларҙы күрһәтеү, стилләштерелгән киске күлдәктәрҙә сығыш яһау көтә.

Динараның девизы: «Үҙеңә һәм хыялыңа ышан, һәм һин мотлаҡ үҙеңдең теләгеңә ирешәсәкһең».

Уның һүҙҙәренсә, «тормош — ҡаҙаныштарҙан һәм еңеүҙәрҙән торған сикһеҙ баҫҡыс ул. Кешенең үҙенсәлеклелеген уның ыңғай һәм кире яҡтары, шулай уҡ уны башҡаларҙан айырып торған сифаттары билдәләй».

Красноярск крайының Халыҡтар дуҫлығы йорто сайтында «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһы өсөн тауыш биреү башланды. Унда Башҡортостан һылыуы өсөн үҙ тауышығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ.

«Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы директоры урынбаҫары Луиза Закирйәнова әйтеүенсә, республика был конкурста 2011 йылдан алып ҡатнаша. Башҡортостан сибәрҙәре ике тапҡыр төп титулға эйә булды. Һылыуҡай тажын 2014 йылда — Айгөл Сафина, 2015 йылда иһә Гөлназ Шәмсетдинова яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть