Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә Toyota Hiace микроавтобусы туғыҙ метрлыҡ күперҙән ҡолап төшкән, пассажирҙар зыян күргән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Благовар районында 23 октябрҙә иртән Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль юлының 1378-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Toyota Hiace руле артындағы 23 йәшлек Татарстан егете идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыға, юлдағы кәртәләрҙе емерә һәм туғыҙ метрлыҡ күперҙән ҡолап төшә.

Салонда водитель менән бергә биш кешенең ултырғанлығы билдәле. Өс пассажир медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Водитель һүҙҙәренсә, ул үҙенең эштәре буйынса Татарстандан Өфөгә китеп барған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть