Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөйөк Британияла йәшәгән Башҡортостан егете телгә ярҙам итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөйөк Британияла йәшәгән Башҡортостан егете Илсур Сөләймәнов телгә булышлыҡ итеү өсөн тәүге башҡорт YouTube каналын асҡан.

«Мин бында башҡорт теленә ярҙам итеү өсөн үҙемдең башҡорт телендәге YouTube каналын булдырҙым. Ошо каналда сит илдә белем алыу, МВА һәм PhD-ға уҡырға инеү тәжрибәһе, MIT һәм Гарвардтағы конференцияларҙа ҡатнашыу, гранттар, визалар һәм ватандаштарыбыҙ хаҡында бәйән итәсәкмен. Яҙылығыҙ! Киләһе шәмбегә тиклем 2000-дән ашыу кеше ҡараһа, дауамын көтөгөҙ», — ти блогер.

Илсур Сөләймәнов Башҡортостандың Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Бөйөк Британияла үҙенең докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй.

Беренсе видеояҙмала блог авторы тамашасыларҙы үҙенең эшмәкәрлеге һәм эш урыны — Кардифф университеты менән таныштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть