Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Суд приставы, монтажсы, комбайнсы һәм башҡалар — республикала 60 мең һумлыҡ эш хаҡы түләнгән яңы вакансиялар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы төбәктәге яңы юғары килемле вакантлы урындар хаҡында хәбәр итә.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың Кушнаренко районында эшләү өсөн бүлек етәксеһе — өлкән суд приставы талап ителә. Юғары белем, өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе, эш урындарын йыш алмаштырмау, аралашыусанлыҡ мөһим.

Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум, социаль пакет.

Радиоэлектрон аппаратура һәм 4-5 разрядлы приборҙар монтажсыһы Өфө приборҙар эшләү берекмәһендә 30-40 меңлек эш хаҡына иҫәп тота ала. Эш тәжрибәһе ике йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.

«Симонов А.А.» предприятиеһына Өфөлә эшләү өсөн өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә эйә «Е» категориялы водитель талап ителә.

Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.

Өфө районындағы Цюрупа исемендәге совхозда миҙгелле эшкә комбайнсы кәрәк. Эш тәжрибәһенең бер йылдан кәм булмауы шарт, хеҙмәт хаҡы — 20-60 мең.

Өфөләге «Стройэксперт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бер йылдан күберәк эш тәжрибәһенә эйә төҙөлөш һәм монтаж эштәре мастерын ҡабул итә.

Хеҙмәт хаҡы— 40 мең һум.

Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть