Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдары һаҡланып ҡаласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдары һаҡланып ҡаласаҡ һәм эшен дауам итәсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың төбәктәге алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашыуында белдерҙе.

Вице-премьер әйтеүенсә, Рөстәм Хәмитовтың уҙған йылдағы «тура элемтә» йомғаҡтары буйынса ҡушыуына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы һәм Нефтекамалағы филиалдарын һаҡлау буйынса мәсьәлә өйрәнелгән. Уларҙың составына Сибай педагогия һәм Нефтекама машиналар эшләү колледждары ингән.

Бынан тыш, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы менән Стәрлетамаҡта университет асыу тураһында мәсьәлә тикшерелә.

Бөгөнгә туғыҙ ҡалала 12 филиал эшләй. Авиация университетының Күмертауҙағы һәм Ишембайҙағы филиалдарында авиация һәм машиналар эшләү мәғариф кластеры булдырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть