Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яман шеш менән сирләү кимәле юғары булған райондар аталды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яман шеш менән сирләү кимәле юғары булған райондарҙы иғлан итте. Ведомство яман шештең төрҙәре буйынса рейтинг төҙөнө. Башҡортостанда 2017 йылдың 9 айында 9 658 кешелә онкология табылған, тип хәбәр итә «Комсомольская правда в Уфе».

Сирҙе йышыраҡ республиканың Стәрлебаш районында асыҡлайҙар. Бында 100 мең кешегә 476,9 яман шеш осрағы тура килә. Кушнаренко (100 мең кешегә 406,2) һәм Әлшәй (447,1) райондарында ла ауырыу кимәле юғары.

Межгорьела (100 мең кешегә 143,3 осраҡ), Баймаҡ (194,5), Дыуан (177,9) һәм Бөрйән (201,9) райондарында онкология бик һирәк осрай.

Һөт биҙе яман шеше ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң таралған онкология сире булып тора. Республикала 1 188 осраҡ теркәлгән.

Икенсе урында тире яман шеше – 992 осраҡ (10,5%), өсөнсөлә иһә үпкә яман шеше – 984 осраҡ (10,4%).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть