Динир Әхмәтйәнов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Динир Әхмәтйәнов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Динир Әхмәтйәнов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән Динир Әхмәтйәнов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Башҡортостан Башлығының икенсе Указы менән Рәмил Дилмөхәмәтов үҙ теләге буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары вазифаһынан бушатылды.
Әхмәтйәнов Динир Әсғәт улы 1957 йылдың 28 октябрендә Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында тыуған. 1986 йылда – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 1991 йылда Урал социаль идара һәм политология институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда ВЛКСМ-дың район комитеты ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай. 1980–1981 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Амангилде ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1981–1987 йылдарҙа – Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының партия комитеты секретары.1987–1990 йылдарҙа – КПСС-тың Әбйәлил райкомы ауыл хужалығы бүлеге мөдире, ойоштороу бүлеге инструкторы, райком секретары.
1990–1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбенең көндөҙгө бүлеге тыңлаусыһы, РСФСР коммунистар партияһы райкомының беренсе секретары. 1991–1992 йылдарҙа – халыҡ депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. 1992–1995 йылдарҙа – Әбйәлил районының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары, «Красная Башкирия» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.
1995–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, аҙыҡ-түлек, экология, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. 2008–2011 йылдарҙа – Өфөнөң Ленин районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
2011-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәте башлығы.
2014-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры.







