Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ринат Шәғәлин – Башҡортостан Республикаһы Башлығы эштәре менән идара итеүсе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Ринат Шәғәлин Башҡортостан Республикаһы Башлығы эштәре менән идара итеүсе итеп тәғәйенләнде.

Шәғәлин Ринат Рәшит улы 1986 йылдың 6 апрелендә Иглин районының Иглин ауылында тыуған. 2008 йылда «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. 2014 йылда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Дәүләт структураһы өлкәһендә проектлы идара итеү» темаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтә. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика милли тикшеренеүҙәр университеты магистратураһында белем ала.

Хеҙмәт юлын 2005 йылда «Лениногорскнефть» нефть-газ сығарыу идаралығында башлай, унда нефть һәм газ табыу операторы булып эшләй. 2006-2007 йылдарҙа – «Нижневартовск нефть промыслылары ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Нижневартовск филиалы ҡорамалдарҙы һәм торба үткәргестәрен хеҙмәтләндереү буйынса өсөнсө разряд участка йөрөп ҡараусыһы, өсөнсө разряд слесарь-ремонтсыһы.

2008-2010 йылдарҙа – Федераль һыу ресурстары агентлығы Һыу ресурстары һәм һыу хужалығы эшмәкәрлеген көйләү идаралығының һыу менән ҡулланыу бүлегенең икенсе разряд белгесе, транссик һыуҙары бүлегенең өсөнсө разряд өлкән белгесе, баш белгес. 2010 йылда – «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең власть органдары менән эш итеү департаменты әйҙәүсе белгесе.

2010-2011 йылдарҙа – коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге баш белгесе, Эш башҡарыу һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығының Башҡортостан Республикаһы Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшен ойоштороу буйынса баш белгесе, Башҡортостан Республикаһы Президенты ярҙамсыһы. 2011-2014 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты эштәре менән идара итеүсе урынбаҫары.

2014-2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть