Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан студенттары Голдберг кубогын яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универеситеты командаһы (BSPU_Team) «Голдберг кубогы 2017» бөтә Рәсәй командалы инженер ярышында абсолют I урынды яулап, 50 000 һум күләмендә төп бүләкте отто һәм 2018 йылда Тулузда (Франция) Fab14 халыҡ-ара форумына барыу мөмкинлегенә эйә булды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы һәм бөтә Башҡортостан исеменән физика-математика факультеты студенттары – физика-астрономик белем биреү йүнәлеше магистранты Вәлиев Радион менән электроника һәм наноэлектроника һөнәре буйынса 2 курс студенты Егоров Алексей сығыш яһаны, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте.

Голдберг машинаһы – ул ғәҙәти булмаған алым менән ҡулланылған ябай материалдарҙан эшләнгән ҡатмарлы конструкция. Уларҙы ябай мәсьәләне сисер өсөн, мәҫәлән, лампаны ҡабыҙыу йәки шапылдатҡысты атыу өсөн домино нигеҙендә төҙөлгән төрлө-төрлө хәрәкәттәр сылбыры ярҙамында төҙөйҙәр һәм тоташтыралар. Хәрәкәт сылбыр буйынса, туҡтауһыҙ бер-бер артлы бара, уларҙың төрлөлөгө һәм финал һөҙөмтәлелеге инженерҙың фантазияһына ғына бәйле.

Голдберг машинаһын уйлап табыуға һәм уны төҙөүгә студенттар өс аҙнанан ашыу ваҡыт сарыф иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть