Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар был аҙнаға һауа торошо хаҡында хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуын һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуын вәғәҙәләйҙәр.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 23 октябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар, республиканың көньяғы буйынса епшек ҡар яуасаҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы күҙәтеләсәк. Һауа температураһы көндөҙ -2,+3 градус.

24 һәм 25 октябрҙә ҡар яуыуы, еңелсә боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Төндә -4,-9, аяҙытҡанда -13, көндөҙ +1,-4 градус буласаҡ.

Автомобиль хужаларына инде ҡәтғи рәүештә йәйге резинаны ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш итәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть