Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел — Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Хәүеф янаған зонала бешмә ауырыуының яңы сығанаҡтары барлыҡҡа килеүе мөмкин түгел. Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән брифингта Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Вәкил Буранбаев белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, республиканың Туймазы, Шаран, Бүздәк һәм Бәләбәй райондарында малдарҙы тикшергәндән һәм бешмә сире раҫланғандан һуң бөтә хайуандарға ла вакцина һалынды. Дөйөм алғанда, 100 мең баштан ашыу малға прививка эшләнде.

«Ошо дүшәмбенән кирегә һанау башланды. 7 ноябрҙә бөтә сикләүҙәр алына», — тип хәбәр итте Вәкил Буранбаев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бешмә ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү барышында 1,7 мең баш мал юҡ ителде. Нигеҙҙә улар — эре мөгөҙлө мал, кәзәләр һәм һарыҡтар.

Бешмә сире республиканың Туймазы һәм Бүздәк райондарында теркәлде.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға Үҙәк Азия төбәктәренән килтерелгән ваҡ мал сәбәпсе булыуы ихтимал.

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты «Ветеринария ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Бешмә – малдар араһында таралған хәүефле ауырыу. Сирҙең кешегә лә йоғоуы ихтимал. Ауырыу малсылыҡҡа етди зыян килтерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть