Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөләге парковкала бизнесмендың ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

20 октябрҙә иртән Өфөлә Минһажев урамындағы ер аҫты парковкаһында билдәһеҙ кеше 40 йәшлек бизнесменға һөжүм иткән. Лайф мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтсе уның башына атҡан.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яраланған бизнесмен дауаханаға оҙатылған. Уның хәле ауыр тип баһалана.

«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Кисектергеһеҙ тикшереү эштәре башҡарыла. Ваҡиға сәбәптәре һәм енәйәт ҡылыуға ҡатнашы булған кешеләр асыҡлана», — тип аңлатма бирҙе республика тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.

Киң мәғлүмәт саралары зыян күреүсенең Санкт-Петербургтағы металл конструкциялар етештереү заводы хужаһы, шулай уҡ республиканың баш ҡалаһында бер нисә фирманы ойоштороусы икәнлеге хаҡында хәбәр итә.

Һуңғы ваҡытта был баш ҡалала эшҡыуарҙарға һөжүм итеүҙең өсөнсө осрағы. 2017 йылдың 28 авгусында Өфөлә Армавир урамында үҙенең шәхси автомобилендә полицияның элекке хеҙмәткәре Сергей Кожевников шартлатылды.

28 сентябрҙә Менделеев урамында билдәһеҙ кеше бизнесы тендерҙар менән бәйле ҡатындың сит ил машинаһына травматик пистолеттан атты. Ҡатындың йәрәхәттәре ауыр түгел. Һөжүм иткән ваҡытта ул машинала водитель урынында ултырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть