Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Абу-Дабиҙа WorldSkills чемпионатында Башҡортостандан бронза призер: «Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Абу-Дабиҙа WorldSkills Competition-2017 44-се донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза миҙал яулауына ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

«Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен, сөнки илебеҙ был йүнәлештә яңыраҡ ҡына үҫешә башланы. Был Рәсәйҙең «таш юныу эше» компетенцияһында бөтә ваҡыт эсендә тәүге миҙалы, — тине Рафаэль Яхин «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән эксклюзив интервьюла. — Бында еңел булманы, әммә Европалағы чемпионаттан ҡатмарлыраҡ түгел, сөнки ошо стартҡа ныҡлап әҙерләндек. Күнекмәләр, йыйылыштар күп булды, улар ярҙамында белемемде камиллаштыра алдым. Был миҙалға юл оҙаҡ булды һәм ошо ваҡыт дауамында миңә остаздарым ярҙам итте. Тренерҙарыма Марина Попова һәм Әсҡәт Ишбаевҡа, белем алған колледжым директоры Лундеж Байморатовҡа һәм уның урынбаҫары Нәркизә Юсубалиеваға миңә ышанғандары өсөн рәхмәтемде белдерәм. Колледжыбыҙ директоры беҙгә һәр саҡ ярҙам итте, ҡоралдар һатып алды һәм еңеү өсөн барыһын да эшләне. Ул да һөҙөмтә менән ҡәнәғәттер тип ышынам, сөнки донъя чемпионатында яулаған теләһе ҡайһы миҙал – ул ҙур ҡаҙаныш! Ошо мәл өсөн күпме ваҡытымды һәм көсөмде юҡҡа уҙғармағаныма бик шатмын!»

Теги: WorldSkills
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть