Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумын-2017 үткәреү датаһы билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

15-17 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы уҙғарыла. Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡытай, Швейцария, Греция һәм Иран форум сараларында ҡатнашырға теләк белдергән дә инде. Сит илдәрҙең һәм Рәсәйҙең туризм өлкәһендәге эксперттары тәжрибә уртаҡлашыу һәм ошо өлкәне үҫтереүҙең мөһим мәсьәләләрен тикшереү өсөн Өфөгә йыйыла.

Сараларҙың бер өлөшө Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең туристик баҙары профессионалдары өсөн  Profi.Travel порталында тура эфирҙа күрһәтеләсәк.

Тәүге тапҡыр форум барышында балалар турҙары йәрминкәһе ойошторола. Унда балалар өсөн төрлө программалар тәҡдим итеү ҡаралған. Уларҙа мәктәп каникулдары ваҡытында ғына түгел, ә уҡыу йылы барышында ла ҡатнашырға мөмкин, ошо программаларҙың күпселеге сағыу һәм йәнле дәрестәр булып тора.

Бынан тыш, был форумда ҡунаҡ тирмәләре тарафынан «Һоҡланғыс Башҡортостан» проекты тәҡдим ителә.  

Республиканың туристик-рекреацион кластерҙары стендында уларҙың тәҡдимдәре менән танышырға һәм уларҙың инвестиция ҡеүәтен, матурлығын, урындағы иҫтәлекле урындарҙы күрергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть