Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илһөйәр Ғизетдинова/.

Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғизетдинованың тормошо һәм ижады тураһында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйы була.

Сара 27 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында киске сәғәт 7-лә башлана. Театрҙың әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе Эльвира Исҡужина хәбәр итеүенсә, кисәлә республиканың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, актрисаның яҡташтары, шулай уҡ Башҡорт драма театрының танылған сәхнә оҫталары ҡатнаша.

Кисә барышында «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомын һатыу, Илһөйәр Ғизетдинова менән фотоға төшөү ойошторола.

Сараны Башҡортостандың халыҡ артисы Сара Буранбаева алып бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть