Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда иҫән саҡтарында иҫерткес эсемлектәр таратыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе мосолмандар йолаһы буйынса ерләмәҫкә тәҡдим иттеләр. Наурыҙ ауыл советы башлығы Закир Ғарипов Учалы районы имамдары менән осрашыуҙа ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

«Учалы гәзите» хәбәр итеүенсә, ул хөрмәтле йыйылышҡа үҙҙәре айыҡ тормош алып барып та, башҡаларҙы эсереүҙән тартынмаған кешеләрҙән саҡырыу булһа, ошондай сараларҙа ҡатнашыуҙан  баш тартырға тәҡдим итте.

Район имамдары был тәҡдимде бер тауыштан хуплап сыҡты.

«Бөгөн халыҡты һаҡлап ҡалыу хаҡында һүҙ бара. Әлбиттә, тыуым тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк, ләкин өлкән йәштәгеләрҙең һаулығы хаҡында ла оноторға ярамай. Был миҙалдың бер яғы ғына. Иҫерткес эсемлектәрҙе таратыуға бәйле башҡа бәләләр күпме? Урындағы руханиҙар бер яҡтың ғына фекерен яҡларға йыйынмай. Һәммәбеҙ ҙә ошо көнүҙәк мәсьәләне хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә ала. Учалыларға намыҫ ҡушҡанса йәшәргә һәм башҡаларға зыян килтермәҫкә тырышығыҙ, тип әйткем килә. Ошо осраҡта ғына «һәр кемгә үҙенә» принцибы ысын мәғәнәгә эйә буласаҡ», — тине «Учалы гәзите»нә Учалы ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Дим Закиров.

Теги: йолалар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть