Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Геодезист, инженер, механик һәм башҡалар — республикала эш хаҡы 50 мең һум самаһы тәшкил иткән яңы вакансиялар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы республикалағы яңы юғары килемле вакансиялар тураһында хәбәр итте.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге «Иҙелстройресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаған инженер-геодезист талап ителә. Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.

Ошо уҡ предприятие транспорт һәм ҡала төҙөлөшөндә проект-смета эштәре буйынса инженер эҙләй. Өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе кәрәк. Белгестең бурысы — электр монтажлау, дөйөм төҙөлөш һәм ремонт эштәренә подряд килешеүҙәре буйынса смета документацияһын әҙерләү.

Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һум.

Бынан тыш, «Иҙелстройресурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә техник белемле, өс йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә юл төҙөлөшө мастеры талап ителә. Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум.

Өфөлә эшләү өсөн «Элесс» сауҙа-етештереү компанияһына хужалыҡ мөдире кәрәк. Эш күмәртәләп һатыу келәтендә. Хеҙмәткәрҙең бурысы — тауарҙар, аҙыҡ-түлек ҡабул итеү, документтар менән эшләү. Ике йылдан кәм булмаған аҙыҡ-түлек менән эшләү тәжрибәһе, «1С» программаһын белеү зарур.

Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.

«Башмебель-плюс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һатыуҙар бүлегенә менеджер эҙләй. Эш тәжрибәһе мотлаҡ. Командировкалар. Хеҙмәт хаҡы — 25-45 мең һум.

Өфө арматура заводына токарь, фрезерлау һәм быраулау станоктарын ремонтлау буйынса механик талап ителә. Эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Эш биреүсе иҫәбенә ятаҡ, социаль пакет.

Хеҙмәт хаҡы— 32-37 мең һум.

«Өфөстройконструкция» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә «КамАЗ»да эшләү өсөн «Е» категорияһына эйә автомобиль водителе кәрәк. Эш тәжрибәһе мотлаҡ. Хеҙмәт хаҡы килешеү буйынса, 30 меңдән кәм түгел.

Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть