Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә синоптиктар ваҡытлыса ҡар ятыуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Аҙна аҙағында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы һәм хатта ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә.

Башгидрометүҙәк фараздары буйынса, шәмбе, 21 октябрҙә, республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ваҡытлыса ҡар ятыуы ихтимал. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3, төндә -1,-6, аяҙытҡанда -11 градусҡа тиклем.

Йәкшәмбе, 22 октябрҙә лә, урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ваҡытлыса ҡар ятыуы, еңелсә боҙлауыҡ, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ температура -2, +3, төндә -1, -6, аяҙытҡанда -11 градусҡа ҡәҙәр.

Киләһе аҙна башында төбәктә һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй. «Ҡалайсы көнө»нә юл ҡуймау өсөн автомобиль хужаларына яҡын арала тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть